21.09.2022

Профилактик сара Республика клиник наркология диспансеры менән берлектә Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге башланғысында ойошторолған. Белгестәр уҡыусыларға тәмәке тартыу һәм пар һурыу зыяны һәм тема буйынса яңы закондар тураһында һөйләне.
Пар сығарыусы электрон тәмәке ҡулланыусы үҫмерҙәр артыу сәбәпле, улар тәмәке тартыусыларға тиңләштерелде. Йәғни закон сикләүҙәре уларға ла ҡағыла. Был бәлиғ булмағандарға электрон тәмәке, вейп, кальян һәм башҡа никотинлы продукцияны һатыу һәм уларҙы балаларға йәмәғәт урындарында ҡулланыу тыйыла, тигән һүҙ. Быға тиклем Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вейп тышына уның зыяны тураһында иҫкәртеү ҡуйыу башланғысын да хуплап сыҡҡайны.
Ссылка на источник
|