Мы используем файлы cookie для повышения удобства нашего сайта

Президент Республики Башкортостан
Государственное собрание
Правительство Республики Башкортостан
Официальный интернет-портал
Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан
Яндекс.Метрика
Главная > Видеогалерея

Видеогалерея

13.09.2022

Ҡала мөхите өсөн ғәҙәти булмаған хәлгә зарланыусы фатир хужалары менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева осрашты.

Был йортта йәшәгән кешеләрҙе егәрлелектә ярыша, тип тасуирларға мөмкин. Кемуҙарҙан гөл-баҡса үҫтерәләр, ҡышын коммуналь хеҙмәттәрҙе көтмәй ҡар ташлауҙы ойошторабыҙ, тиҙәр, ихатала һарайҙар ҡоролған, ә бына бында, ялан кәртәлә хатта мал аҫрала.

Төҫө лә, холҡо ла менән тирә-йүндә үҙен һиҙҙертмәгән сусҡа малын беҙҙең камера ла тиҙ генә таба алманы. Тәрән йоҡоға талған был ике йән эйәһен эргә-тирәләге тауыш та борсомай, улар кәртәләп алынған тар майҙанда бошмаҫ хәрәкәтен белә. Хужаһының күршеләре лә хафаланмаҫ ине, аҙыҡ муллығына кинәнеп йортта ҡомаҡтар үрсемәһә.

Тиҫтә тауыҡ һәм ике сусҡа аҫраған ярҙамсыл хужалыҡ эйәһе өйөндә булмай сыҡты. Көндөҙ уның эштә икәне асыҡланды, Рим Сәлихов алыҫ түгел сауҙа үҙәгендә итексе хеҙмәттәрен күрһәтә. Ярҙамсыл хужалығын таҙа тотоуын белдерә. Күршеләренең зары тураһында ишеткәне лә юҡ, имеш.

Тәртип һаҡсылары, Роспотребнадзор, ветеринария хеҙмәте, ер мөнәсәбәттәре һәм мөлкәт инспекторҙары, хакимиәт вәкилдәре ваҡиға урынында тикшереү үткәрә. Тейешле ҡарар сығарыр өсөн хәлгә хоҡухи баһа бирергә кәрәк. Ялыу буйынса әлегә аҙбар хужаһына иҫкәртеү яһалған. Административ яуаплылыҡты үтәү ваҡыты билдәләнгән.

Сусҡа төрҙәрен ҡала биләмәһендә үрсетеүгә ҡағылышлы аныҡ ҡына сикләүҙәр законда теркәлмәгән. Әммә билдәле ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ. Йорт хайуандарын ҡарауға бирелгән рөхсәт ауыл хужалығы малын иҫәпкә алмай. Ҡалала мал үрсетеү тыйыла. Сусҡа аҫрау йәһәтенән ветеринария талаптары ла бар. Уға ярашлы майҙандар ҙа, шарттар ҙа иркен булырға тейеш. Күршеләргә зарар килтермәҫ өсөн. Ошоларҙы иҫәпкә алғанда Затонда шәхси ярҙамсыл хужалыҡ ҡорған йүнселгә эшмәкәрлеген тиҙ арала түңәрәкләргә тура киләсәк.


Вход